Ауыл уттары
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март , 16:20

Елкәләге май ҡатламынан нисек ҡотолорға?

Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙарҙа 35-40 йәштән һуң етенсе муйын умыртҡаһы өҫтөндә елкәлә йыш ҡына "горбик" - майлы ҡатлам барлыҡҡа килә.

Елкәләге май ҡатламынан нисек ҡотолорға?
Елкәләге май ҡатламынан нисек ҡотолорға?

Ул муйын артерияларын ҡыҫа, баш мейеһенең һәм муйын зонаһының гипоксияһы (ҡан менән тәьмин ителеше боҙолоуына) килтерергә мөмкин. Шуға күрә уны бөтөрөү яҡшы.

 

Бының өсөн::

⠀- 3 аш ҡалағы зәйтүн майын һәм 1 йомортҡаны стаканға һалып, болғатырға;

- шул уҡ күләмдә скипидар һәм 6 процентлы аш һеркәһе (яҡынса өстән бер стакан скипидар һәм аш һеркәһе) ҡушырға һәм тағы бер ҡат ентекләп болғатырға;

- 15-20 минутҡа "горбик"ҡа әҙер майҙы һалырға кәрәк.

Һуңынан йылымса һыу менән йыуып төшөрөргә. Бер нисә процедуранан һуң файҙаһы һиҙелергә тейеш.

Шул уҡ майҙы тоҙҙарҙы сығарыу өсөн дә ҡулланалар!

Халыҡ медицинаһын ҡулланғанда табип менән ҡәңәшләшеү мотлаҡ.

 

Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: