Бөтә яңылыҡтар
Баҡса
4 Сентябрь 2023, 18:00

Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре

Бәләкәй орлоҡтарын ташламағыҙ

Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре
Һарымһаҡ ултыртыу серҙәре

“Һарымһаҡ һабаҡ орлоҡҡа үҫә. Бҽҙ, ғәҙәттә, ыуыҙ сағында өҙөп, паста эшләйбҽҙ. Шул ыуаҡ орлоҡ тырнаҡтарҙы көҙ сәсҽп ҡалдырһаң, шулар киләһҽ йәйҽнә бер тумалаҡ булып өлгөрә имҽш. Шул тумалаҡты көҙ сәсҽп ҡалдырһаң, киләһҽ йәйҽнә ҡәҙимгҽ күп тырнаҡлы һарымһаҡбаш бирә тиҙәр. Ошо һорауға белгес яуап бирһен ине”, - тип яҙа Белорет районынан Әнүзә Хәйбуллина.

Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлфиә Нухова яуап бирә.

  • Һарымһаҡ нейтраль балсыҡлы тупраҡты үҙ итә, әлегә тиклем кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡуҙаҡлы культуралар һәм тәмләткес үләндәр үҫкән түтәлдәрҙә уңа. Әйткәндәй, һуған һәм һарымһаҡта шул уҡ участкаға өс-дүрт йылдан ғына ултыртырға мөмкин.

Түтәлде ҡоро, ҡояшлы урынға яһау шарт. Уны августа, йәғни ужым һарымһағын сәскәнгә тиклем 1-1,5 ай алдан әҙерләй башлайҙар. Балсыҡһыл тупраҡлы бер квадрат метр ергә серетмә йәки тиреҫ, берәр аш ҡалағы нитрофоска һәм суперфосфат, бер стакан тарттырылған эзбиз йәки доломит оно һалалар. Балсыҡлы тупраҡты өҫтәүенә торф менән дә ашлайҙар. Торфҡа бай түтәлдәргә иһә, киреһенсә, балсыҡлы тупраҡ өҫтәйҙәр. Ҡомло тупраҡҡа берәр биҙрә балсыҡ һәм торф һалырға кәңәш ителә.

Ужым һарымһағын һалҡындар башланғанса 35-45 көн алдан ултырталар. Ошо ваҡыт эсендә бүлкәттәр тамыр ебәрергә, әммә шытып сыҡмаҫҡа тейеш. Төньяҡ райондарҙа һарымһаҡты ғәҙәттә 20 сентябрҙән 10 октябргә тиклем, ә көньяҡта 10 октябрҙән сәсәләр. Иртә ултыртылған һарымһаҡтың шытыуы, һуңға ҡалғанының туңыуы бар.

Мул уңыш алыу өсөн сифатлы орлоҡ әҙерләү фарыз. Көҙ яңы йыйылған һарымһаҡ бүлкәттәрен ултырталар. Киптерелгән сирһеҙ һарымһаҡ бүлкәттәрен айырып, 1-2 минут самаһы тоҙло һыуҙа (5 литр һыуға – 3 аш ҡалағы тоҙ) йыуалар, артабан баҡыр купоросында (10 литр һыуға – 1 аш ҡалағы купорос) 1 минут тоталар. Эшкәртелгән бүлкәттәрҙе шунда уҡ түтәлгә ултырталар.

Түтәлдә иң элек 20-25 сантиметр арауыҡта 6-8 сантиметр тәрәнлегендә бураҙналар һыҙып сығалар. Бүлкәттәрҙе бер-береһенән 7-8 сантиметр арауығында, түтәл өҫтөнә тиклем 4-5 сантиметр ҡалырлыҡ итеп вертикаль ултырталар. Ике-өс аҙна үтеүгә түтәл өҫтөнә тиреҫ йәки торф һалалар.

Һеҙ яҙған ысул да бик һәйбәт, әммә оҙайлы. Һарымһаҡты эреләтеү, сортын яңыртыу өсөн ҡулайлы ысул.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: