Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт донъяһы
3 Октябрь 2023, 13:00

Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...

Ә һеҙҙә шулай өлөш һалалармы?

Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...
Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...

Һәр халыҡтың үҙенең йолалары бар. Башҡорттар ҙа электән эште, байрамды йә тормоштағы берәй ваҡиғаны йола менән башҡарыр булған. Йолаларҙы туған-тыумаса, күрше-күлән, ырыу-ара бергә-бергә атҡарған.

Шуларҙың береһе - өмә итеү йолаһы. Йылайыр районының Сәләх ауылында, мәҫәлән, яҙлы-көҙлө һарыҡ ҡырҡыу, ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым кеүек йолалар һаҡланып ҡалған. Өйрәк йолҡоу йолаһы тураһында ентекләп яҙған Зөлфирә Таһированың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

"Беҙҙең Сәләх ауылы - матур ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, тотоп килгән матур төбәк. Ҡош-ҡорт йолҡоу, һуғым өмәләре боронғосараҡ атҡарыла, яңылыҡтар индергәнебеҙ юҡ. Ул әллә күп кинйә улдарҙың, килендәрҙең төп йортта, ата-әсәй менән бергә тороп, ололарҙан отоп алыуынан, өйрәнеүенән киләме, белмәйем...

Ҡош йолҡоуға килгәндә, хужабикә бер нисә көн алдан ҡатын-ҡыҙҙарға аңғартып, әйтеп ҡуя. Өмә көнө таң менән мунса яғыла, ҡаҙан борлай. Ҡатындар иртә менән килеп етә. Элегерәк мунса эсендә, ҡошто үтек менән йылытып йолҡа торғайныҡ, хәҙер ҡаҙанға тығып алабыҙ ҙа куртка кеүек нәмә эсенә төрөп һалып торабыҙ. Былығып ятһа, еңел дә, таҙа ла йолҡола. Бер ыңғай тәпәйен, ауыҙ эсен таҙалап биреп торабыҙ, өй хужаһы гөрөлдәтеп өтә, һөртөштөрә, улай-былай тороп ҡалған һуҡта-маҙарын сүпләй.

Ҡатындар, эште бөткәс, өйгә инеп сәй эсә, аш ашай, шунан инде операция "Ы" яһарға тышҡа сыға. Бер-ике кеше ҡошто йыуып, сайып биреп тора, кемеһелер эсен ярып ала, ҡалғандары таҙарта, йөрәк-маҙарын сайыштыра, тәпәй, баш йыуыусы ла була араларында.

Хужабикә мул ғына итеп кискелеккә аш йүнләй. Унда ике-өс баш ҡошоңдо йәлләмәйһең инде, эс-бауырынан, тәпәй-мәпәйенән дә арыуыраҡ итеп һалаһың, сөнки беҙҙә кискелеккә эшләгән ҡатындар парлашып килә. 

Хужабикә һәр кемгә өлөш һала. Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын. Унан түш, арҡа итенән дә өлөш сыға. Кемдең ире килә алмай, уға өлөшөн һалып, ашын ҡойоп биреп ҡайтарабыҙ.

Мин тағы эш атҡарышҡан ҡатындарға бәләкәй булһа ла бүләктәр бирергә яратам. Шулай итеп, өлөш ашап, аш, сәй эсеп, бер талай күңелле итеп гәпләшеп, көлөшөп, күңел булып таралышабыҙ.

Аҙаҡ ҡоштарҙы туңдырғысҡа урынлаштырғанда быныһы хәҙер ашарға, былары күстәнәскә, быларын танһыҡҡа ашарға, тип сортҡа бүләм", - тип яҙған ул.

Ә һеҙҙә был йолалар һаҡланғанмы? 

Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...
Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...
Ир-атҡа - ҡоштоң бото, башы, ҡатындарға тәпәй, ҡанат, муйын...
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас: