Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
14 Ғинуар , 11:00

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ныҡ файҙалы

Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға булыша.

Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ныҡ файҙалы
Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ныҡ файҙалы
Ҡыҙҙырылған һарымһаҡтың файҙаһы бик күп. Халыҡ табиптары белдереүенсә, ҡыҙҙырылған һарымһаҡты өс көнгә бер тапҡыр ашарға кәрәк. Ул бик көслө тәбиғи антибиотик. Уны ашап бер тәүлек үткәндән һуң да организмға тәьҫире һаҡлана.
 
Әлеге йәшелсә организмдағы паразиттарҙы үлтерә, токсиндарҙан ҡотолорға булыша.
Бының өсөн уны табала ҡыҙҙырып йәки газ мейесендә бешереп ашарға кәрәк. Былай әҙерләгәндә еҫе лә булмай, файҙалы үҙенсәлектәре лә һаҡлана, тулыһынса үҙләштерелә лә. Ҡыҙҙырылған һарымһаҡ ҡандағы холестерин күләмен кәметә, артерияларҙы таҙарта, ҡан баҫымын көйләй, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙарта. Ашҡаҙаны ауыртҡан кешеләргә лә зыяны юҡ. Ябығырға теләүселәргә лә уны ашарға кәңәш ителә, сөнки ул матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Һарымһаҡты ашағандан һуң, күп итеп шыйыҡлыҡ эсегеҙ.
 
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ.
 
Фото: autogear.ru
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: