Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Март , 16:56

Картуф алам тип...

Ир үле килеш табылған

Картуф алам тип...
Картуф алам тип...

Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауылында мәйет табылған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, һәләк булған кешене уның туғандары тапҡан. Кисә улар, килешеү буйынса, картуф алырға килгән, тик йорт хужаһы бер ҡайҙа ла булмаған. Ихата ҡаралтыларын ҡарап сыҡҡас, ир баҙҙа үле килеш табыла.

«Ҡотҡарыусылар һәләк булғанды өҫкә күтәрергә ярҙам итә. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәтенең махсус автомобиле ярҙамында улар йыйылған ағыулы газдарҙан баҙҙы елләтте, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм тәфтишселәргә ваҡиға урынын ҡарарға ярҙам итте», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар инцидент сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлай.

Шул уҡ ваҡытта ҡотҡарыусылар граждандарҙы иҫкәртә: ер аҫты һаҡлағыстарында кешене ағыулауға килтереүсе еҫһеҙ ағыулы метан газы тупланыуы ихтимал. Баҙҙарҙы файҙаланғанда, бигерәк тә оҙаҡ ваҡыт туҡтағандан һуң, һаҡлыҡ сараларын үтәү, уға төшөү алдынан бер тәүлектән дә кәм булмаған ваҡытҡа елләтеү талап ителә.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: