Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Хәтерҙе яҡшыртайыҡ

Был төнәтмәне бер нисә ай дауамында эсһәң, тамырҙар таҙара ҡан баҫымы нормалаша, хәтер яҡшыра.        Уны эшләү өсөн 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы бал, 1 литр ҡайнар һыу алына.        Лимонды ҡабығы менән бергә иҙегеҙ (блендер йәки ит турағыс аша үткәрегеҙ).    Һарымһаҡты ла шулай уҡ иҙегеҙ.    Быларҙы ҡайнап, йылымыс булғансы һыуытылған һыуға һалабыҙ ҙа 1 балғалаҡ бал өҫтәйбеҙ. 

Хәтерҙе яҡшыртайыҡ
Хәтерҙе яҡшыртайыҡ

Был төнәтмәне бер нисә ай дауамында эсһәң, тамырҙар таҙара ҡан баҫымы нормалаша, хәтер яҡшыра. 

 

Уны эшләү өсөн 1 лимон, 1 баш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы бал, 1 литр ҡайнар һыу алына. 

 

Лимонды ҡабығы менән бергә иҙегеҙ (блендер йәки ит турағыс аша үткәрегеҙ). 

Һарымһаҡты ла шулай уҡ иҙегеҙ. 

Быларҙы ҡайнап, йылымыс булғансы һыуытылған һыуға һалабыҙ ҙа 1 балғалаҡ бал өҫтәйбеҙ. 

Унан был дауаны 3 көн төнәтәбеҙ ҙә марля аша һөҙәбеҙ. 

Дауаны ашағандан һуң көнөнә 3 тапҡыр 1-2 аш ҡалағы ҡабығыҙ. 

Һау-сәләмәт булығыҙ! 

Халыҡ медицинаһы рецептарын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшегеҙ!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: