+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
1 Июль 2022, 17:00

Иҫәпкә баҫҡанда

Хәҙер нисектер, бел­мә­йем, әммә дүрт йыл элек военкоматҡа иҫәпкә баҫырға барғас, анкета төҙөгәндә тултырыусы менән (үҙеңә рөх­сәт итмәйҙәр) беҙҙең арала ошондай әңгәмә булды:

Иҫәпкә баҫҡанда
Иҫәпкә баҫҡанда

– Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Банкта.
– Насар. Белемегеҙ?
– Ике юғары белем.
– Ниндәй һөнәрҙәр?
– Беренсеһе – математика, физика, информатика, икен­сеһе – финанс менеджменты.
– Тап килмәй.
– Ҡайҙа?
– Тағы ла ниндәй һөнәр­ҙәрең бар?
– Компьютер клубы етәк­сеһенең ҡатырғаһы бар.
– Һмм...
– ???
– Тағы ла?
– Икенсе разрядлы токарь ҡатырғаһы, мәктәптә уҡы­ғанда уҡ алғайным.
– О! Һөнәрем юҡ тигән бу­лаһың. Токарь тип яҙабыҙ
– ???
– Нимәләр менән мауы­ғаһың?
– Математика менән.
– Һмм...
– Компьютерҙар, программалар төҙөү менән.
– Һин кисә хоккей ҡара­ныңмы?
– Эйе.
– Вәт! Хоккей менән мауыға тип яҙабыҙ.
Бына шулай, военкоматҡа ингәндә математик-программист инем, унан токарь-хоккейсы булып сыҡтым.

Р. ЯЛСЫҒОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: