+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ғәләмәт бит
14 Ғинуар , 11:00

Кәмит Хәмит

Пушкин урамындағы аллея буйлап үтеп барам. “Ғәзиз! Сәләм яҡташ!” тигәнгә һиҫкәнеп киттем. Күрше райондан Хәмит икән. Ҡасандыр бергә сәнғәт училищеһында уҡығайныҡ, хәҙер опера һәм балет театрының хорында йырлай. Үҙе әйтмешләй, юғары сәнғәткә хеҙмәт итә.

Кәмит Хәмит
Кәмит Хәмит

Ауылына ҡайтҡан сағында бер әбей: “Хәмит улым, ҡайҙа эшләп йө­­рөй­һөң?” тип һорай икән. “Опер­ныйҙа, хорҙа йырлайым”, тигән. Теге әбей дөрөҫ ишетмәгәнме шул: “Убырныйҙа йырлар өсөн шунысама йыл уҡырға кәрәкме икән?” тип әйтә ти. Беҙҙең яҡтарҙа бәҙ­рәфте “убырный” тиҙәр.
Хәмит саҡырғас, янына барҙым. Ҡосаҡлашып күрештек тә эскәмйәгә ултырҙыҡ.
– Аяғыңа нимә булды? – тип һораным тегенең таяғына күрһәтеп.
– Производственная травма, – ти Хәмит. – Репетиция ваҡытында оркестр соҡорона ҡолап төштөм. Яйлап төҙәлеп килә инде. Больничныйҙы яптырҙым да, бөгөн эшкә сыҡтым.
– Яңы опера әҙерләйһегеҙ икән, яңы­лыҡтарҙа күргәйнем.
– Эйе, беҙ, хор артистары, режиссер ҡушҡас, ярым ҡараңғы сәхнә буйлап йүгереп йөрөргә тейешбеҙ. Шунда яңылыш остом да төштөм. Ярай, бер ерем дә һынмаған. Аяҡ ҡына ҡаймыҡ­ҡан.
Хәмит уҡыған сағында уҡ бер кәмит була торғайны. Бер ваҡыт, дөйөм ятаҡтағы бүлмәләш егеттәр менән байрам итеп ултыралар икән. Ҡыҙыл шарапты байтаҡ ҡына бушатҡандар. Быларҙы ҡурҡытыр өсөнмө, бер егет килеп: “Училищенан килеп, бүлмәләр буйлап тикшереп йөрөйҙәр”, тигән. Кемеһе ҡайҙа инеп ҡасышып бөткән. Хәмит кенә бүлмәлә тороп ҡалған. Беҙ йәшәгән ятаҡ бүлмәләре ванналы, бәҙрәфле ине. Хәмит ванна бүлмәһенә ингән дә, ҡулына эләккән тәүге тюбикты асып, шампунь икән тип, бөткәнсе башына һыҡҡан. Крандан һыуҙы асҡан. Имештер, баш йыуа инде. Башын ышҡый торғас, ҡулдары сәсенә ҡуша ҡатҡан да ҡуйған. Баҡһаң, тюбиктағы шампунь тигәне “Момент” елеме булып сыҡҡан. Егеттәр ҡайсы менән сәсен тунағандар. Ацетон табып, ҡулдарын саҡ таҙартып алған. Башын таҡыр­ла­тыр­ға мәжбүр булды. Шуны иҫенә тө­шөр­гәйнем, “булғандыр инде” тип ҡуйҙы.
– Ғәзиз, хәтерләйһеңме, һин мине әсегән аш менән һыйлап сығарғайның. Эсем китеп бер булды. Мин бит бик тәм белмәйем.
– Мин бит һиңә, аш әсегәндер, ашама, тинем. Ә һин, икмәкләп ике сеүәтә тултырып ашаның да: “Миңә бер нәмә лә булмай ул”, тинең. Шунан училищеға киттең.
– Эйе. Автобусҡа ултырғас, эс бора башланы, түҙеп торғоһоҙ итеп. Санаторий туҡталышына еткәс, автобустан төштөм дә, йүгереп барып ике ҡатлы йорттоң бер фатирына туҡылдаттым. Ишек астылар ҙа: “Что вам нужно?” тип һорайҙар. “Извините, я в положении”, тинем эсемә күрһәтеп. “Живот крутит”.
– Шунан?
– Шунан тегеләр аңлап алдылар ҙа, бәҙрәфте күрһәттеләр. Әллә ярты сәғәт ултырҙым шунда. Еңеләйеп, рәхмәттәр әйтеп, сығып киттем.
– Хәҙер филармонияла йырлаған Зәйниә нисек итеп киноға алып барғаныңды һөйләгәйне.
– Зәйниә донъя тултырған инде шул хәбәр менән. Бер саҡ, дәрестәр иртәрәк бөткәйне, Зәйниәне киноға саҡырҙым. Йүнле фильм эҙләп бөтә Өфөнө тиерлек урап сыҡтыҡ. Арып бөттөк. Трамвайға ултырып ҡайтып килгәндә, бер ҙур ғына йорт күреп ҡалдым да: “Зәйниә, әйҙә, бынау кинотеатрға инәйек, кеше лә бик күренмәй”, тинем. Трамвайҙан төшөп, яҡыныраҡ барғайныҡ, уныһы мунса булып сыҡты. “Һинең менән йө­рөгән мин иҫәр”, тине лә Зәйниә баш­ҡаса минең менән бер ергә лә йөрөмәҫ булды.
– Хәмит, һинең бит уҡығанда тауы­шың бик шәп ине. Ни эшләп институт уҡып, солист булып китмәнең ул?
– Һис кенә лә үкенмәйем, – тине хуш­­лашҡанда яҡташым. – Солистар айы­на, хатта йылына бер генә сығып йырларға мөмкин. Ә беҙ, һәр спек­такл­дә ҡатнашабыҙ. Иртәгә кил, “Ҡоҙаса”ны уйнайбыҙ!

Харис ШӘРИПОВ.

Автор:
Читайте нас: