Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Октябрь 2023, 12:05

Уға йөҙ йәш тулған булыр ине...

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, "Почет билдәһе" ордендары кавалеры, Күгәрсен районының почетлы гражданы Хәсән Барлыбай улы Мәжитовтың тыуыуына - 100 йыл. Ул район мәғарифы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес.

Уға йөҙ йәш тулған булыр ине...
Уға йөҙ йәш тулған булыр ине...

Хәсән Барлыбай улы 1923 йылдың 18 октябрендә Сәйетҡол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған ауылында уҡытыусы булып башлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

Сәйетҡол ауылында урынлашҡан мәктәп һәм балалар йортона тәүҙә директор урынбаҫары, артабан директор, бер йыл Мәҡсүт балалар йорто директоры булып эшләй. 972-1976 йылдарҙа Мораҡ ауылының беренсе һанлы мәктәбендә директор була. Байтаҡ йылдар район халыҡ мәғариф бүлеген етәкләй. 

  Күп йыллыҡ фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн Хәсән Мәжитовҡа “РСФСР  һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән. Ул икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены, бихисап һуғыш һәм хеҙмәт миҙалдары менән наградланған.

  Хәсән Барлыбай улы тормош иптәше Әлфиә Бәҙретдин ҡыҙы менән 70 йылдан артыҡ күркәм пар булып татыу ғүмер кисерә, улар 7 балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарғандар.

  Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылағанда 96 йәшлек уҙаманды хөрмәт итеп, республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров  уны шәхсән  ҡотланы. Ҡыҙғанысҡа күрә,  ветеран Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам иткәнде күрә алманы. 2020 йылдың февралендә вафат булды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: