Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Август 2023, 14:00

Нимә ул - витграсс?

Һуңғы арала был эсемлек ҙур популярлыҡ яулай башланы. Исеме ят булһа ла, бик файҙалы һәм кәрәкле ул...  

Нимә ул - витграсс?
Нимә ул - витграсс?

Сәләмәтлек эликсиры тиҙәр бойҙай ужымынан әҙерләнгән эсемлекте. Унда 70 процентҡа тиклем хлорофилл бар, ә ул организмды ауыр металдарҙан таҙарта һәм гемоглобинды күтәрә. Ике аш ҡалағы витграстағы файҙалы матдәләр күләме 1,5 кг йәшелсәнекенә бәрәбәр. Ул тимергә, бағырға, кальцийға бай, составында аминокислоталар, антиоксиданттар, Е, B1, B2, B3, B6 витаминдары булыуы менән ҡиммәтле. Бойҙай ужымының һуты насар холестеринды кәметә, ҡандағы шәкәр күләмен көйләй, ҡаҡшаған иммунитеты нығыта, туҡымаларҙың яңырыуын тиҙләтә, организмды йәшәртә. 

Һутты яһау өсөн 9 - 10 көнлөк бойҙай үҫентеһе кәрәк. Уны үҙегеҙ таҙа тупраҡта үҫтереп ала алаһығыҙ, шулай уҡ микрозелень һатҡан магазиндарҙа ла була. Һутты яһауы мәшәҡәтле, шуның өсөн бер тотонғанда күберәк итеп эшләп алығыҙ. 

Йәшел үҫентеләрҙе йыуып, һут һыҡҡыс аша үткәрегеҙ. Ит тартҡыс аша үткәрһәгеҙ, шыйыҡлығын марля аша һөҙөп алығыҙ. 

Әҙер һутты боҙ өсөн тәғәйенләнгән формаларға һалып, туңдырғысҡа һалығыҙ. Боҙҙо аҙаҡ айырым мешокка бушатып, оҙайлы ваҡыт һаҡларға була.

Көн һайын иртәнсәк ас ҡарынлай бер шаҡмаҡ боҙҙо иретеп эсергә була. Уны шулай уҡ 1 стакан лимонлы һыуға һалып эсергә була. Тәүге 2-3 көндә бер аҙ эсегеҙ китер, хәлһеҙлек, күңел болғаныуы тойорһоғоҙ. Был симптомдар организмдың таҙара башлауын аңлата. 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас: